Главная страница

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте


Скачать 126,29 Kb.
НазваниеБашҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте
Дата02.04.2017
Размер126,29 Kb.
ТипВикторина
1. /ИКБ олимпиада-2016.docx
3. /ИКБ - 9 класс. ответы.docx
4. /????. ?????? ??? ?????????.docx
Результаты муниципального этапа олимпиады по кб – 8 класс (2015-2016 учебный год)
«История и культура Башкортостана» (ответы) 9 класс
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте



Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” буйынса республика олимпиадаһының муниципаль этабы
2015-2016 уҡыу йылы

Викторина һорауҙары
VIII класс
1. Беренсе башҡорт дирижеры кем? Ул ниндәй шарттарҙа үҫкән?
2. Кем ҡулына ҡурай тотоп Мәскәү консерваторияһына ингән? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһең?
3. Либретто нимә ул? Салауат Юлаев операһына либреттоны кем ижад иткән? Был авторҙың ниндәй музыкаль комедияға либреттоһын беләһең?
4.“Тормош һабаҡтары” дәреслегендә Илгизәр Диҡҡәттең “Рух ҡошо” /йәки “Башҡорт көсө”/ тигән хикәйәтенең төп идеяһы нимә? Был хикәйәт ни өсөн “Тормош һабаҡтары” дәреслегенә индерелгән тип уйлайһың?
5. Кемгә беренсе булып “БАССР-ҙың халыҡ артисы” тигән исем биреләһәм 1938 йылда халыҡ дошманы тип ҡулға алына? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһең?
6. Ҡайһы башҡорт ғалимы “Әҙәплелек ҡағиҙәләре” яҙып ҡалдырған? Был ҡағиҙәләр бөгөнгө шарттарға яраймы?
7. Данлыҡлы ҡурайсыларҙан кем беренсе башлап сит илдә концерттарҙа ҡатнашҡан? Бөгөн ҡурайсыларҙан кемдәр сит ил тамашасыларын был мөғжизәле моң менән таң ҡалдыра?
8.Ҡырағай бал ҡорттары йыйған бал нимә тип атала? Башҡорт балын донъя кимәленә әле кем сығарҙы?
9. Халыҡтың боронғо тормошон ҡаҙылдыҡтар аша ниндәй фән өйрәнә?

Боронғо Өфө-2 ҡалаһын кем тигән ғалимыбыҙ тапты?
10. Халыҡ араһынан сыҡҡан талантлы йырсыларҙан кемдәрҙе беләһең, кемгә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде?
11. Башҡорттарҙа яҡынса нисә ырыу бар? Ни өсөн Ете ырыу тигән төшөнсә киң билдәлелек алған?
12. Башҡорттар ҡасан ислам диненә күсә башлай? Донъялағы төп диндәрҙе атап әйт.

13. 1812-1814 йылдарҙағы яуҙа Наполеонға ҡаршы нисә полк ойошторолған? Ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙар араһында исеме киң билдәле командир кем һәм ни өсөн уның исеме киң билдәлелек алған? Ғөмүмән, батырҙарыбыҙ бик күп, ә бик һирәктәренең генә исем-шәрифтәрен беләбеҙ. Ни өсөн шулай?



14. Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ телендә мәңге һаҡланырлыҡ батырлыҡ күрһәтеп тә рәсми раҫлау тапмаған командир кем ул?
15.Башҡорт ихтилалдарының төп маҡсаты нимә? Салауат Юлаевты ниндәй символ тип атайҙар?
16. 4 Ноябрь көнө ниндәй байрам? Был тарихи ваҡиғала башҡорттар ҡатнашҡанмы?
17. Наполеонға ҡаршы яуҙа башҡорттар яугир булараҡ ҙур батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн тарихҡа инеп ҡалған. Был һуғышта ҡатнашҡан башҡорттар тураһында тағы ниндәй сәнғәт төрҙәрендә ниндәй хәтирәләр һаҡлана?
18. Милләт менән диндең айырмаһы бармы? Донъя диндәре тип ниндәй диндәргә әйтәбеҙ?
19. Кем ул Муса Мортазин? Муса Гәрәев кем? Улар тураһында ниҙәр беләһең?
20. Тәбиғәт һәйкәлдәре тип ниндәй урындарға әйтәбеҙ? Ниндәй ҡурсаулыҡтар бар? Бөгөнгө көндә ниндәй тәбиғәт һәйкәле өсөн көрәш бара?
Башҡортостантарихыһәммәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы

2015-2016 йыл

Муниципаль этап

9-сы класс

Викторина һорауҙары

  1. Халҡыңдың рухи байлығына эйә булыу өсөн төп шарт нимә? Алтын асҡыс булған был шартҡа эйә булмаған кеше ниндәй ҡиммәттәрҙән мәхрүм ҡала?




  1. Күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәренән кемдәр башҡорт сәнғәтен донъяға танытыуҙа ҙур роль уйнай?




  1. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының исемдәре менән аталған боронғо йырҙар күп. Уларҙы кемдәр сығарған тип уйлайһың: ирҙәрме, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәреме? Бер нисә йырҙы атап әйт.



  1. Ер-һыу атамаларының халыҡ тарихы өсөн әһәмиәте бармы? Тыуған яғыңда ниндәй топонимик атамалар һаҡланған? Легендаларын беләһеңме? Әле шул боронғо атамалар һаҡланғанмы?



  1. Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Зәйтүнә Насретдинова, Заһир Исмәғилев, Гөлли Мөбәрәкова шәхестәрен ниндәй уртаҡ исем берләштерә? Улар кемдәр, ниндәй профессия кешеләре?




  1. Өфө-II ҡалаһының боронғолоғон ниндәй сығанаҡтар аша билдәләнеләр?



  1. Ни өсөн башҡорт халҡы илгә һөйөү тураһында иҫ китмәле күп йырҙар, мәҡәлдәр сығарған? Өс мәҡәл һәм өс йыр исемен атап әйт.



  1. Башҡортфәне тип ниндәйфәндәргәәйтәалабыҙ?Ни өсөн башҡорт ғилеме өйрәнелмәгән?




  1. Наполеонға ҡаршы яуҙа Рәсәй ғәскәрҙәренән кемдәр иң беренсе булып Париж ҡапҡаларынан барып ингән? Француздар башҡорт ғәскәрҙәрен кем тип атаған? “Любизники-любизар” йыры ни сәбәпле ижад ителгән?




  1. Башҡорт тормошон өйрәнеүсе рус һәм сит ил ғалимдары, яҙыусылар бик матур фекерҙәр әйтеп ҡалдырған. Лев Толстой “Башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡый”, тигән. Был һүҙҙәр халҡыбыҙҙың ниндәй сифатына ҡарата әйтелгән?




  1. “Һуңғы һартай” легендаһын беләһеңме? Унда ниндәй тарихи осор тураһында һүҙ бара?




  1. Өфө-II ҡаласығындағы ниндәй табылдыҡтар буйынса ул осорҙа Башҡортостандың иң ҙур мәҙәни һәм сәйәси үҙәк булыуы тураһында әйтеп була?




  1. Башҡорттар ҡасан исламды ҡабул итә башлаған? Ислам дине нисек барлыҡҡа килгән?




  1. Тарихи Башҡортостан менән бөгөнгө Башҡортостан Республикаһы территорияһы тап киләме? Боронғо Башҡортостан ерҙәре бөгөн ниндәй өлкәләргә ҡарай?



15.Кинйә Арыҫланов, Юлай Аҙналин, Салауат Юлаев исемдәрен нимә берләштерә? Салауат Юлаев ҡайһы районда тыуған? Исеме нисек мәңгеләштерелде?

16.Башҡорт халҡының төп тәрбиә ҡанундары ниндәй эпоста тупланған? Был эпоста төп фекерҙәр ниндәй тип уйлайһың?
17.Башҡорт халҡының боронғо төп кәсептәренә ниндәйҙәр инә? Ошо кәсеп төрҙәренең ниндәйҙәрен бөгөн үҫтереп булыр ине?
18.Туған тел аралашау өсөн генә кәрәкме, әллә тәбиғәттән һалынған башҡа тәғәйенләнеше лә бармы?

19.Башҡортостан Республикаһында ниндәй милләттәр йәшәй? – тигән һорауға нисек итеп яуап бирер инең? Ни өсөн?
20.Донъяла һәр милләт үҙ үҙенсәлеген һаҡларға ынтыла. Милләт булып йәшәү өсөн төп ниндәй үҙенсәлектәрҙе һаҡларға кәрәк?

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” буйынса республика олимпиадаһының муниципаль этабы
2015-2016 уҡыу йылы

Викторина һорауҙары

Яуаптар
VIII класс
1. Беренсе башҡорт дирижеры кем? Ул ниндәй шарттарҙа үҫкән?

ҒәйнетдинМоталов. Балаларйортондареспубликананситтәүҫә.

2. Кем ҡулына ҡурай тотоп Мәскәү консерваторияһына ингән? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһең?

Заһир Исмәғилев. Салауат Юлаев. Ҡоҙаса. Йырҙар: Былбылым. Ел, ерәнем. Һин ҡайтманың.Батырҙар йыры.Котелогым.

3. Либретто нимә ул? Салауат Юлаев операһына либреттоны кем ижад иткән? Был авторҙың ниндәй музыкаль комедияға либреттоһын беләһең?

Опера өсөн яҙылған текст. Баязит Бикбай. “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһына.

4.“Тормош һабаҡтары” дәреслегендә Илгизәр Диҡҡәттең “Рух ҡошо” /йәки “Башҡорт көсө”/ тигән хикәйәтенең төп идеяһы нимә? Был хикәйәт ни өсөн “Тормош һабаҡтары” дәреслегенә индерелгән тип уйлайһың?

Был предмет рухи яҡтан тәрбиәләй. И. Диҡҡәттең хикәйәттәре лә шул рухта.

5. Кемгә беренсе булып “БАССР-ҙың халыҡ артисы” тигән исем биреләһәм 1938 йылда халыҡ дошманы тип ҡулға алына? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһең?

Ғәзиз Әлмөхәмәтов.”Эшсе” операһы. “Сайҡалалар кәмәләр” йыры.

6. Ҡайһы башҡорт ғалимы “Әҙәплелек ҡағиҙәләре” яҙып ҡалдырған? Был ҡағиҙәләр бөгөнгө шарттарға яраймы?

Ризаитдин Фәхретдинов. Бик күп ҡағиҙәләр бөгөнгө көнгә лә тап килә.

7. Данлыҡлы ҡурайсыларҙан кем беренсе башлап сит илдә концерттарҙа ҡатнашҡан? Бөгөн ҡурайсыларҙан кемдәр сит ил тамашасыларын был мөғжизәле моң менән таң ҡалдыра?

Йомабай Иҫәнбаев. Ишмулла Дилмөхәмәтов. Азат Айытҡолов. Ишморат Илбәков. Юлай Ғәйнетдинов. Роберт Юлдашев. Азат Биксурин һ.б.

8.Ҡырағай бал ҡорттары йыйған бал нимә тип атала? Башҡорт балын донъя кимәленә әле кем сығарҙы?

Солоҡ балы. Әмир Ишемғолов. Ҡытай, Америка илдәре менән килешең төҙөнө.

9. Халыҡтың боронғо тормошон ҡаҙылдыҡтар аша ниндәй фән өйрәнә?

Боронғо Өфө-2 ҡалаһын кем тигән ғалимыбыҙ тапты?

Археология. Нияз Мәжитов.

10. Халыҡ араһынан сыҡҡан талантлы йырсыларҙан кемдәрҙе беләһең, кемгә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде?

Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Иншар Солтанбаев, Миңзәлә Түләбаева, Спартак Ильясов, Ришат Вәхитовтар. Абдулла Солтановҡа премия бирелде.

11. Башҡорттарҙа яҡынса нисә ырыу бар? Ни өсөн Ете ырыу тигән төшөнсә киң билдәлелек алған?

Ҡырҡтан ашыу.Башта һәр ырыу айырым бара. Шунан Үҫәргән, дүрт Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Тамьян ырыуҙары бер булып бара. Ошонан Ете ырыу тигән атама тороп ҡала.

12. Башҡорттар ҡасан ислам диненә күсә башлай? Донъялағы төп диндәрҙе атап әйт.

Унынсы быуаттан башлап. Христиан, будда, Ислам.

13. 1812-1814 йылдарҙағы яуҙа Наполеонға ҡаршы нисә полк ойошторолған? Ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙар араһында исеме киң билдәле командир кем һәм ни өсөн уның исеме киң билдәлелек алған? Ғөмүмән, батырҙарыбыҙ бик күп, ә бик һирәктәренең генә исем-шәрифтәрен беләбеҙ. Ни өсөн шулай?


28 башҡорт полкы. Иң ныҡ дан алғаны- Ҡаһым түрә. Йыр сығарылған. Йыр сығарылған. Башҡа архив документтары төрлө юлдар менән юҡҡа сығарылған.

14. Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ телендә мәңге һаҡланырлыҡ батырлыҡ күрһәтеп тә рәсми раҫлау тапмаған командир кем ул?
Шайморатов генерал.

15.Башҡорт ихтилалдарының төп маҡсаты нимә? Салауат Юлаевты ниндәй символ тип атайҙар?

Рухи азатлыҡ. Ер, ил, тел. Рухи азатлыҡ символы.

16. 4 Ноябрь көнө ниндәй байрам? Был тарихи ваҡиғала башҡорттар ҡатнашҡанмы?

Минин менән Пожарский ополчениеһында башҡорттар ҙа ҡатнашҡан. Халыҡ берҙәмлеге көнө.

17. Наполеонға ҡаршы яуҙа башҡорттар яугир булараҡ ҙур батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн тарихҡа инеп ҡалған. Был һуғышта ҡатнашҡан башҡорттар тураһында тағы ниндәй сәнғәт төрҙәрендә ниндәй хәтирәләр һаҡлана?

Я.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романы, телевизион фильм “Ҡаһым түрә”, Баязит Бикбай “Ҡаһым түрә” драматик әҫәр, “Сена өҫтөндә ҡурай моңо”.
18. Милләт менән диндең айырмаһы бармы? Донъя диндәре тип ниндәй диндәргә әйтәбеҙ?

Милләт алдараҡ бар булған. Уны уртаҡ тел, традиция, йәшәгән урын берләштерә. Дин – аллаға юл, бер дингә ҡараған кешеләрҙе уртаҡ йәшәү ере, тел, традиция берләштермәй, дингә инаныу берләштерә.

19. Кем ул Муса Мортазин? Муса Гәрәев кем? Улар тураһында ниҙәр беләһең?

Муса Мортазин – Граждандар һуғышы ҡаһарман батыры. Муса Гәрәев – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры.

20. Тәбиғәт һәйкәлдәре тип ниндәй урындарға әйтәбеҙ? Ниндәй ҡурсаулыҡтар бар? Бөгөнгө көндә ниндәй тәбиғәт һәйкәле өсөн көрәш бара?

Шүлгәнташ, шихандар.Ҡыҙыл шишмә (Красный ключ) – Иглинда, Ирәмәл, Янғантау, Ямантау, Асылыкүл, Яҡтыкүл, Ҡандракүл, Атыш шарлауығы, Өргән күле һ.б. Башҡортостан ҡурсаулығы.Торатау өсөн көрәш.


Башҡортостан тарихы һәм тормош һабаҡтары буйынса республика олимпиадаһы

Муниципаль этап

9-сы класс

Викторина һорауҙары

1.Халҡыңдың рухи байлығына эйә булыу өсөн төп шарт нимә? Алтын асҡыс булған был шартҡа эйә булмаған кеше ниндәй ҡиммәттәрҙән мәхрүм ҡала?
Туған тел. Халҡының ижадын, фәнен, сәнғәтен белмәй, өлкән туғандар менән аралаша алмай, үҙенән һуң рухлы киләсәк ҡалдыра алмай.
2.Күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәренән кемдәр башҡорт сәнғәтен донъяға танытыуҙа ҙур роль уйнай?

Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Рәшиҙә Туйсина, Роберт Юлдашев, Азат Айытҡолов , Светлана Арғынбаева, Дилбәр Иҙрисова..
3.Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының исемдәре менән аталған боронғо йырҙар күп. Уларҙы кемдәр сығарған тип уйлайһың: ирҙәрме, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәреме? Бер нисәһен атап әйт.

_ “Наза”, “Гөльямал”,Сәлимәкәй”, “Зөлхизә”, “Зөлхәбирә”, “Ғилмияза”, “Шәүрә” “Мөғлифә”, “Йәнгүзәл”.
4.Ер-һыу атамаларының халыҡ тарихы өсөн әһәмиәте бармы?

Бар.Тарихи башҡорт ерҙәре икәнен күрһәтә.

5.Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Зәйтүнә Насретдинова, Заһир Исмәғилев, Гөлли Мөбәрәкова шәхестәрен ниндәй уртаҡ исем берләштерә? Уларға айырым-айырым туҡталып, кемдәр икәнлеген һүрәтлә.
СССР халыҡ артистары

6.Өфө-II ҡалаһының боронғолоғон ниндәй сығанаҡтар аша билдәләнеләр? Уны ғалимдарҙан кем асты?
Археологик ҡаҙылмалар. Нияз Мәжитов.

7.Ни өсөн башҡорт халҡы илгә һөйөү тураһында иҫ китмәле күп йырҙар, мәҡәлдәр сығарған? Биш мәҡәл һәм өс йыр исемен атап әйт.
Тыуған илгә һөйөү уятыу, илде ташлап китмәһендәр өсөн.


8.Башҡорт халҡының фәне тип ниндәй фәндәргә ҡарата әйтә алабыҙ?

Башҡорт тарихы, Башҡорт теле, Башҡорт әҙәбиәте. Башҡорт мәҙәниәте.

9.Наполеонға ҡаршы яуҙа Рәсәй ғәскәрҙәренән кемдәр иң беренсе булып Париж ҡапҡаларынан барып ингән? Француздар башҡорт ғәскәрҙәрен кем тип атаған? “Любизники-любизар” йыры ни сәбәпле ижад ителгән?
Башҡорттар. “Төньяҡ амурҙары” Кутузов: “Любезные мои башкиры! Молодцы” тигән.

10.Башҡорт тормошон өйрәнеүсе рус һәм сит ил ғалимдары, яҙыусылар бик матур фекерҙәр әйтеп ҡалдырған. Лев Толстой “Башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡый”, тигән. Был һүҙҙәр халҡыбыҙҙың ниндәй сифатына ҡарата әйтелгән?

Боронғо халыҡ булғандары өсөн
11.“Һуңғы һартай” легендаһын беләһеңме? Унда ниндәй тарихи осор тураһында һүҙ бара?
Башҡорттарҙың монголдарға ҡаршы һуғышы
12.Башҡорттар ҡасан исламды ҡабул итә башлаған? Ислам дине нисек барлыҡҡа килгән?

Ун өс- ун биш быуаттарҙа

Мөхәммәт пәйғәмбәр нигеҙ һала

13.Тарихи Башҡортостан менән бөгөнгө Башҡортостан Республикаһы территорияһы тап киләме? Боронғо Башҡортостан ерҙәре бөгөн ниндәй өлкәләргә ҡарай?

Тап килмәй.

Ырымбур, Силәбе,Татарстан, Пермь, Свердловск
14. Башҡорттарға кемдәр һәм ни өсөн “Төньяҡ амурҙары” тигән исем атаған?

Француздар. Уҡ-йәйә менән оҫта эш иткәндәре өсөн.Һыуыҡ илдән килгәнгә.
15. Тарихи Башҡортостан ерендә тыуып-үҫкән шәхестәребеҙҙән кемдәрҙе беләһең?

Дәүләтшиндар, Фатима Мостафина, Кәтибә Кинйәбулатова, Ҡадир Даян, Ҡадир Тимерғәзин, Наил Бикбулатов, Дамир Вәлиев һ.б.
16.Башҡорт халҡының төп тәрбиә ҡанундары ниндәй эпоста тупланған? Был эпостағы төп фекер ниндәй?

Урал батыр
17.Башҡорт халҡының боронғо төп кәсептәренә ниндәйҙәр инә? Бөгөн ошо кәсептәрҙең ниндәй төрөн тергеҙеп ебәрер инең?

Йылҡысылыҡ

Балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, урмансылыҡ, һунарсылыҡ.
18.Туған тел аралашау өсөн генә кәрәкме, әллә тәбиғәттән һалынған башҡа тәғәйенләнеше лә бармы?

Моң – сәләмәтләндерә, туғанлыҡ тойғоһон көсәйтә, тарих, традиция, ижад асҡысы

19.Башҡортостан Республикаһында ниндәй милләттәр йәшәй? Ҡайһылай яҙыу дөрөҫ? Ни өсөн?

Башҡорттар һәм башҡа милләт вәкилдәре:

рустар, татарҙар, сыуаштар һәм башҡалар.

20.Донъяла һәр милләт үҙенең үҙенсәлеген һаҡларға тейеш. Милләт булып йәшәү өсөн төп ниндәй үҙенсәлектәрҙе һаҡларға кәрәк?

Туған тел, традиция, йәшәгән ер